Яңылыҡтар
15 Март 2022, 05:16

Башҡортостан эксперттары Рәсәйҙә Instagram социаль селтәрен ябыуҙы дөрөҫ тип атаны

..

Башҡортостан эксперттары Рәсәйҙә Instagram социаль селтәрен ябыуҙы дөрөҫ тип атаныБашҡортостан эксперттары Рәсәйҙә Instagram социаль селтәрен ябыуҙы дөрөҫ тип атаны
Башҡортостан эксперттары Рәсәйҙә Instagram социаль селтәрен ябыуҙы дөрөҫ тип атаны

Өфө дәүләт нефть-техник университеты кафедра мөдире, профессор Эдуард Гәрәев иҫәпләүенсә, Facebook һәм Instagram социаль селтәрҙәре мәғлүмәт һуғышы ҡоралына әүерелде. Бында рәсми рәүештә Рәсәй кешеләренә ҡарата нәфрәт тыуҙырылды, көс ҡулланыу, йәберләүгә саҡырыуҙар урын алды. Шуға Meta платформаһы ҡушымталарын ябыу дөрөҫ ҡарар тип уйлайым. Facebook һәм Instagram-ды “ВКонтакте” социаль селтәре алмаштыра ала. Һуңғы көндәре уның аудиторияһы күбәйҙе, яңы контент күренә башланы, ти digital-проекттар буйынса белгес Елена Арямнова. Блогер һәм эшҡыуарҙар “ВКонтакте” майҙансығында иркен эшләй ала. Бынан тыш, телеграм-каналдары халыҡ араһында популярлыҡ яулай.

https://vk.com/bstnews

Автор:
Читайте нас