


2022 йылда Рәсәй халҡы ниндәй сит илгә тура авиорейс менән оса аласаҡ, шул хаҡта Рәсәй туроператорҙары ассоциацияһынан (АТОР) хәбәр иттеләр.
Март айынан тура авиарейс менән Төркиәгә, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә, Бахрейн, Катар, Марокко, Иран, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Әрмәнстан, Белоруссия, Төркмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Һиндостан һәм Шри-Ланка илдәренә осорға мөмкин. Мәғлүм булыуынса, сит илдәргә авиорейстар һаны санкциялар арҡаһында ҡырҡа кәмегән, ләкин билеттар һатыуҙа бар. Мәҫәлән, сит ил авиакомпанияһы рейсы менән осоу өсөн Рәсәй халҡы уңайлы турпакеттар менән ҡуллана ала. Хәбәр итеүҙәренсә, коронавирус инфекцияһы таралыу һөҙөмтәһендә ябылған һигеҙ ил менән авиобәйләнеш яңынан тергеҙелгән.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.