Яңылыҡтар
10 Март 2022, 06:36

Ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар кредит түләүҙе кисектерә аласаҡ

..

Ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар кредит түләүҙе кисектерә аласаҡАуыр тормош хәлендә ҡалыусылар кредит түләүҙе кисектерә аласаҡ
Ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар кредит түләүҙе кисектерә аласаҡ

Уға ярашлы, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, шәхси заемсылар ҙа финанс ауырлыҡтар булған осраҡта түләүҙәрҙе кисектереп тора ала. Бының өсөн ипотека йәки кредиттың 2022 йылдың 1 мартына тиклем алынған булыуы шарт.

 
 
 
 

Әле түләүҙәрҙе ярты йылға тиклем кисектереп торорға мөмкин, ләкин хөкүмәт уның ваҡытын оҙайтыуы ла ихтимал.

Программа менән айлыҡ килеме утыҙ проценттан ашыуға кәмегән граждандар файҙалана ала. Быны документтар менән рәсми раҫларға кәрәк. Реструктуризация программаһы утыҙынсы сентябргә тиклем ғәмәлдә ҡала. Бынан тыш, банктар үҙ программаларын да тәҡдим итә. Уның шарттары менән финанс учреждениеларының сайттарында танышырға мөмкин.

Полина Тризонова, Һаҡлыҡ банкының матбуғат хеҙмәте етәксеһе
Фото №1 - Ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар кредит түләүҙе кисектерә аласаҡ

Айнур Кәбиров

Автор:
Читайте нас