

Оҙон ҡыш бауыры аҙағына яҡынлаша. Тиҙҙән ауыл хужалыҡтары өсөн мөһим осор – яҙғы сәсеү эштәре башлана. Фермерҙар бөгөн дә ҡул ҡаушырып ултырмай. Яңы миҙгелгә әҙерлек бара. Ошо йәһәттән ижади төркөм менән Воздвиженка ауылынан аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙың береһе--Сергей Лоскутов хужалығында эштәр барышы менән танышып ҡайттыҡ.
Ремонт оҫтаханаһына килеп инеү менән бында техниканы яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләү кампанияһының дәррәү барыуы шунда уҡ күҙгә ташланды. Хужалыҡ эшселәре, иретеп-йәбештереүсе һәм хужалыҡ етәксеһе Сергей Лоскутов бында ине. Етәкселек оҙатыуы буйынса цехтағы барлыҡ эштәр менән танышып, ремонтсылар менән әңгәмәләшеп алдыҡ.
Шуныһы үҙенсәлекле, бында хужалыҡтың ысын патриоттары йыйылған – үткән йылдың ҡоро килеүенә ҡарамаҫтан, коллективта кәйеф күтәренке, һәр кем яҙғы миҙгелгә ең һыҙғанып әҙерләнә. Әйткәндәй механизаторҙар һәм слесарҙар өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Иң мөһиме, бина йылытыла. Ғөмүмән, яҙғы баҫыу эштәрен тулы әҙерлектә ҡаршы алыуҙарына шикләнмәй кооператив хеҙмәтсәндәре.
Ғәҙәттә, Лоскутов крәҫтиән фермер хужалығы техниканы ремонтлауға беренселәрҙән булып тотоноусан. Был юлы ла хужалыҡ етәкселеге техник мөмкинлектәрҙе нығытыу эшен былтырғы йылдың аҙағында башлаған. Ваҡытында запас частар алынып, техниканы ремнтлау өсөн айырым звено булдырылған. Бөгөн бында ремонт эштәре әүҙем бара, аҙағына яҡынлаша. Әйткәндәй, предприятие ҡеүәтле техник базаға эйә, йыл һайын яңыртып та торалар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ, ремонт эштәренең тулы циклы башҡарыла. Ремонт эштәрендә Николай Мудряк, Дмитрий Сотюков, Федор Грачев үҙ иңенә тапшырылған бурысты теүәл һәм сифатлы башҡара.
Салауат Байгилдин иһә мал ҡараусы ла, иретеп-йәбештереүсе лә, ремонтлаусы ла. Хужалыҡта йыл әйләнәһенә эшләгән оҫталар.
“Техинаны әҙерлек һыҙығына баҫтырыу яҡшы бара. Егеттәрҙең барыһы ла тырышып эшләй. Оҫтаханала тейешле тәртип бар. Дөйөм алғанда, яҙғы сәсеүгә барлыҡ техниканы билдәле графикка ярашлы ваҡытында сәсеүгә сығарасаҡбыҙ. Һәр кем үҙенең техникаһын йүнәтә, техник тикшереүгә әҙерләй. Бер-береһенә лә ярҙам итәләр. Өс берәмек К-700, Т-150, өс “Беларусь”, МТЗ-82 техникалары яҙғы баҫыу эштәренә сығарыла.
Малды ҡышлатыуға ла зарланырлыҡ түгел, шулай ҙа ҡоролоҡ сәбәпле, мал аҙығын яҙ сыҡҡансы еткерергә тырышабыҙ. Һыйырҙар быҙаулай башланы. Хужалыҡта 300-ләп баш эре мал, 150-нән ашыу һыйыр иҫәпләнә, шуларҙың 75-е быҙауланы. Фермала өс кеше эшләй. Әйткәндәй, быйыл Николай Мудряк “Иң яҡшы механизатор” исеменә лайыҡ булып, республика ауыл хужалығы министрлығы грамотаһына эйә булды. Ул совхоз-колхоздар тарҡалғандан һуң, хужалыҡта 2010 йылдан эшләй.
Яҙғы сәсеү эштәренә һәр кемдең кәйефе күтәренке. 2200 гектар ерҙә ҡаты, йомшаҡ сортлы бойҙай, һоло, борсаҡ, арпа сәселә. Быйыл планда сафлор сәсеп ҡарарға уй бар. Орлоҡ етәрлек һалынған, һатыуға ла бар. Техника ла, эшсе ҡулдар ҙа етә. Шуға көйәләнергә урын юҡ. Йыл ғына яҡшы килһен, - тине Сергей Лоскутов.
Былтырғы йыл тәжрибәле етәксе хужалыҡты “Волгар” яңы сәсеү комплексы, трактор менән тулыландырған. Улар туранан-тура завод менән килешеү төҙөйҙәр һәм техникалы ла булалар. Әйткәндәй, Сергей Анатольевич крәҫтиән фермер хужалығын 2007 аса һәм шунан алып уңышлы эшләй.
Сергей Лоскутов КФХ-да эштең тейешле кимәлдә ойошторолоуына инандыҡ. Коллективтың иртәгәге көнгә ышанысы ҙур, өмөтө яҡты. Яҙғы миҙгелде уңышлы үткәреп ебәреү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар.
Луиза Юлмөхәмәтова.
комментарий
Фаил Бикбов, баш инженер:
- Муниипаль район хакимиәте башлығы бойороғо буйынса, уҙған йылдың 10 октябренән техниканы ремонтлау эштәре, йәғни быйылғы яҙғы сәсеүгә әҙерлек башланды. Һәм ул март аҙағына тиклем дауам итә. Бының йәһәттән график һәм комиссия төҙөлгән. Аҙна һайын ауыл хужалыҡтарында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек барышын тикшерәбеҙ. Апрель башында иһә техник тикшереү үткәрелә. Сергей Лоскутов районда иң яҡшы фермерҙарҙың береһе. Күреүебеҙсә, техника ремонтлау оҫтаханаһында уңайлыҡтар булдырылған. Йылытыла, яҡтылыҡ бар, эш ойошҡанлы бара. Хужалыҡта яңы миҙгелгә ышаныслы аяҡ баҫалар, бының өсөн яғыулыҡ-майлау материалдары ла әҙер.