

Эйе, Һаҡмар Наҙарғол ауылынан Гөлиә һәм Зөфәр Шәриповтар йәшәүҙең мәғәнәһен, тормоштоң ҡәҙерен белеп, тыуған ерҙәренә берегеп, тирә-йүндәгеләргә үрнәк булып донъя көтәләр. Уларҙың барыһы ла етеш, тормоштары түңәрәк, күҙ тейә күрмәһен.
Тормошта ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн ныҡлы ихтияр көсө, тырышлыҡ, уңғанлыҡ кәрәк. Ә Зөфәр менән Гөлиә Шәриповаларҙың икеһенә лә был сифаттар хас. Ауылда кемдеңдеңдер алып килгәнен көтөп ятып булмай. Шәриповтар тырышып-тырмашып, үҙ көстәре менән тормош алып барыусы матур ғаилә. Бөгөн уларың хужалығында 20- ләп һыйыр, 50-ләп баш йылҡы иҫәпләнә. Улар аттарҙы итләтә тапшыра, һыйыр ағынан ҡаймаҡ, ҡыҙыл эремсек, ҡорот әҙерләйҙәр. Ә ҡороттоң ниндәй генә төрҙәрен әҙерләмәй улар? Сейәлеһе, ҡарағат, муйыллы, еләкле, әсе, сөсө, кипкән, ыҫланған. Себер емеше күстәнәс килһә, унан да эшләп ҡуялар. Әҙерләгән ризыҡты пластик һауыттарға һалып, туңдырғысҡа ҡуйып барам, шуға күрә йәйен-ҡышын аҡ ризыҡтан өҙөлгән юҡ, – ти Гөлиә Әсҡәт ҡыҙы.
Бынан тыш, иртә яҙҙан ҡара көҙгә тиклем сәскәләргә күмелеп ултырған баҡсаларында ниндәй генә йәшелсә-емеш һәм еләк үҫмәйҙәр? Былтырғы йыл арбуз, ҡауындары ла күпләп уңған.
Ҡәйнә кеше, Мәсүрә Әҙеһәм ҡыҙы, 1973 йылдан алып Һаҡмар-Наҙарғол ауылында йәшәй. Баймаҡ районынан килен булып төшә ул бында. Ҙур улы Зөфәр һәм килене Гөлиә, ейән-ейәнсәрҙәре менән 24 йыл бергә татыу ғүмер итә.
Килен кеше Гөлиә Әсҡәт ҡыҙы Аҡъюл ауылы ҡыҙы. Тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ хужалыҡ эштәренән тыш, ауыл мәҙәниәт йортонда оператор булып эшләй. Ғаилә башлығы Зөфәр Шәрипов иһә ауылда газ слесары.
Шәриповтар ғаиләһенә күңелһеҙләнергә ваҡыт юҡ. Йәй, көҙ айҙары үҙ көстәре менән мал аҙығы әҙерләй. Бының өсөн ғаилә башлығы техниканы ла хәстәрләгән. Мал өсөн йылы йылы яңы һарай төҙөгәндәр.
Зөфәр һәм Гөлиә Шәрипотар үҙҙәре кеүек аҡыллы, тырыш бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Улдары Сыңғыҙ Зәки Вәлиди исемендәге Ишембай гимназияһының 1-се класында белем ала. “Улыбыҙ атаһының уң ҡулы, төп ярҙамсыһы. Бәләкәйҙән техниканы ярата, дүртенсе кластан тракторға ултырып, бесән тырмата. Эштән бер ҙә ялҡмай, арымай. Һәр ваҡыт ихлас күңелдән, еренә еткереп, яратып башҡара”, - ти әсәй кеше. Ҡыҙҙары Гөлсәсәк иһә Башҡорт дәүләт университетының шәрҡиәт һәм журналистика факультетының икенсе курсында белем ала.
“Мин шундай, татыу, егәрле, эшсән ғаиләлә тыуып үҫеүемә ғорурланам. Беҙҙе атай-әсәйебеҙ бәләкәйҙән тәртипле, уңған, һөйөп-наҙлап ҡына тәрбиәләнеләр. Эш рәтен дә белеп үҫтек. Ялға ҡайтҡан һайын атай-әсәйгә ярҙамлашабыҙ. Баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерәбеҙ. Унан әсәйем күп итеп төрлө салаттар, ҡайнатмалар әҙерләй. Әсәйем тағы ла сыр эшләргә әүәҫ, бик тәмле килеп сыға”, - ти ҡыҙҙары Гөлсәсәк.
Тырыш ҡыҙ уҡыуынан тыш, Тамыр телеканалының “Тат-тау хәбәр” балалар тапшырыуында, “Юлдаш плюс” йәштәр интернет радиоһында алып барыусы булып эшләргә лә өлгөрә. Үҙен төрлө яҡлап һынай. Инглиз, төрөк телдәрен ҙур теләк менән өйрәнә.
Матурлыҡҡа ғашиҡ, донъя көтөүгә иҫ киткес тырыш, күркәм холоҡло Шәриповтарҙың етеш тормошона, йүнселлегенә һоҡланмау мөмкин түгел. Кешеләргә ихлас, ярҙамсыл, иғтибарлы булғандары өсөн үҙҙәрен дә барыһы ла ихтирам итә. Ошондай Шәриповтар ишле тырыш, татыу, һәләтле ғаиләләр ауылдарыбыҙҙың мәртәбәһен күтәрә һәм йәш быуынға өлгө булып тора.