Яңылыҡтар
9 Марта 2022, 15:24

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем -28 градусҡаса һалҡын була

-

Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем -28 градусҡаса һалҡын булаБашҡортостанда аҙна аҙағына тиклем -28 градусҡаса һалҡын була
Башҡортостанда аҙна аҙағына тиклем -28 градусҡаса һалҡын була

Аҙна аҙағына тиклем Башҡортостанда һауа температураһы төндә -28 градус була. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 9 мартта, республикала урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -3, -8°, урыны менән -12°.

Кесаҙна, 10 мартта, шулай уҡ бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15°, аяҙытҡанда -18, -23°, көндөҙ -4, -9°. 

Йома, 11 мартта, ҡар яуыуы мөмкин. Ел көнсығыштан талғын. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан уртаса тиҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә -15, -20°, аяҙытҡанда -23, -28°, көндөҙ -10, -15°, урыны менән -5°.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-03-09/moroznaya-pogoda-do-28-gradusov-sohranitsya-v-bashkirii-do-kontsa-nedeli-2719459

Автор:
Читайте нас