Яңылыҡтар
9 Марта 2022, 07:05

Ауылдың киләсәге – ишле ғаиләлә

..

Ауылдың киләсәге – ишле ғаиләләАуылдың киләсәге – ишле ғаиләлә
Ауылдың киләсәге – ишле ғаиләлә

Һаҡмар-Наҙарғол ауылының йәш, татыу һәм ауылдың тотҡаһы булған Гөлсөм һәм Илфир Нуртдиновтар ғаиләһен дә билдәләп китергә кәрәк. Улар тыуған ерҙәренә берегеп, балалар үҫтереп, ауылдың иң йәш матур парҙары иҫәпләнә.

Беҙ барғанда йорт хужаһы балалар менән мал-тыуар ҡарарға сыҡҡан ине. Шул арала хужабикә лә ҡаршы сығып, өйгә әйҙүкләне. Шунда уҡ балаларҙың һәм атай-әсәнең бер-береһенә ҡарата йылы һәм хәстәрлекле мөнәсәбәттәре күҙгә ташланды.

“Беҙ ни ябай ғаилә, башҡаларҙан бер нимә менән дә айырылмайбыҙ”, -тип һүҙ башланы өй хужабикәһе Гөлсөм Нуртдинова. --Минең төп ярҙамсыларым – ирем һәм балаларым. Ғаиләбеҙҙә атайҙарының абруйы ҙур, һәр ваҡыт уның һүҙенә ҡолаҡ һалабыҙ. Ул һәр баланы ныҡ ярата, ә улар, үҙ сиратында, уға шуның менән үк яуап бирәләр. Беҙ татыу йәшәйбеҙ. Ирем һәр яҡлап миңә ярҙам итә һәм хуплай. Күптәр ғаиләлә балалар ни тиклем күберәк, ата-әсәнең һәр балаға ваҡыты шунса аҙыраҡ ҡала, тип иҫәпләй. Ләкин теләк булған ерҙә мөмкинлектәр ҙә күп. Һәр балаға айырым ваҡыт бүлергә тырышам – был иң ышаныслы һәм дөрөҫ ҡараш. Әсә булыу – ул бәхет. Һәр бала үҙ ризығы менән тыуа тигәндәре лә бик дөрөҫ. Дүрт бала тәрбиәләп, минең менән булған һәр нәмә лә ыңғай яҡтарҙы эҙләргә өйрәндем. Барыһын да тейешле тип ҡабул итәм, ә башҡаса булыуы ла мөмкин түгел. Балаларһыҙ башҡа тормошто күҙ алдына килтерә алмайым. Уларҙың шатлығына ҡыуанып, тормош иптәшең менән тиң-тигеҙ ғүмер итеүҙән дә олоһо юҡ, - ти бәхетле әсә.

Нуртдиновтар ғаиләһендә Гөлиә һәм Сәриә ҡыҙҙары инде ныҡлы ҡул араһына ингән, Әбеш мәктәбендә 7-се һәм 6-сы кластарҙа белем алалар. Ислам улдары ауылда 3-сө класта уҡый. Иң кеселәре Нурисламға өс йәш. Атай-әсәй эш менән булышҡанда, ағай-апайҙары уға  күҙ-ҡолаҡ.

Ғаилә башлығы Илфир Фәрит улы вахта ысулы менән “Башҡорт баҡыры” ЯСЙ-һында эшләй. Ишле ғаиләлә балалар бер-береһен тәрбиәләй, тигәндәре дөрөҫ – бер-береһе өсөн терәк-таяныс та, үрнәк тә улар. Ана бит, Ислам спортҡа ылыҡҡас, кесе ҡустыһы Нурислам да унан ҡалышмаған, аш-һыуға оҫта хужабикәнең ҡыҙҙары иһә  уның артынан эйәргән. Һәр береһе һүрәт эшләргә әүәҫ, йырларға, бейергә оҫта.

Йәш ғаилә Гөлсөмдөң әсәһе Алмабикә инәй менән тора. Атай-әсәй район үҙәгенә йәиһә берәй ергә эш буйынса барһа, бәхетле өләсәй ейән-ейәнсәрҙәренә күҙ-терәк булып ҡала. Алмабикә инәй шәл, ойоҡбаш-бейәләйҙәр, шәл бәйләргә оҫта. Шәлде ул кеше һорауы буйынса ике аҙна эсендә бәйләп бирә. Ейән-ейәнсәрҙәре “өләсәй” тип үлеп тора. Өләсәй кеше иһә ҡәҙерле балаларына  изге доғаларын уҡып ҡына ҡына ултыра.

“Ғаиләмә ашарға бешереү, йыуыу, йыйыштырыу минең өсөн ауыр түгел. Был көндәлек эш. Ә бәхет ғаиләлә. Балаларға ярҙам итеп, һәр ҡайһыһының һәләттәрен үҫтерергә тырышабыҙ. Улар барыһы ла төрлө, һәр кемдең үҙенсәлеге, үҙ холҡо, үҙ мауығыуҙары, шөғөлдәре бар. Ә беҙҙең бурыс – уларҙың һәләттәрен юғалтмаһын, ә тулыһынса асылһын өсөн тырышыу, -  Гөлсөм Хәлил ҡыҙы.

Күп балалы ғаиләлә күңелһеҙләнеп ултырып булмай. Бында барыһы да бергә эшләй, бергә ял да итә. Малын ҡарайҙар, бәйләмен бәйләйҙәр. Өс һыйыр һауып,  ағын эш итәләр, йәй көнө һатыуға ла сығаралар. Уңған ғаилә апрель айы етеү менән 30-40-лап ҡаҙ, өйрәк, бройлер алып аҫырай башлай.  Ана, уңғандарҙың тәҙрә төбөндә ҡояш нурҙарына ултыртҡан рассадалары ла шытып сыҡҡан.

“Гөлсөм менән Илфир ауылыбыҙҙың йәш, уңған ғаиләһе ул. Гөлсөм аш-һыуға оҫта. Ниндәй генә саралар булмаһын, төрләндереп, ят-ят тәмлекәстәр бешерә. Өй-тирәһе лә ялт итеп тора. Йәй көндәре ишек алдын шау сәскәгә күмә, йәшелсә-емешен дә күпләп үҫтерә улар. Балалары ла атай-әсәйҙәренән күреп, эшкә әрһеҙ, Ислам атаһына  мал ҡараша, ҡыҙҙар аш-һыу бүлмәһенән сыҡмайҙар”, - тине Нуртдиновтар ғаиләһе хаҡында ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Эльвира Юнысова.

Күп балалы ғаиләнең был ғәжәйеп татыу һәм бәхетле донъяһында, унда үҙ ҡыйынлыҡтары ла барҙыр. Ләкин барыһын да уларҙың тыуған йорттарының ныҡлығы, бер-береһенә ҡарата һөйөү һәм изгелек тойғолары һаҡлай.  Илфир һәм Гөлсөм Нуртдиновтарға киләсәктә лә балаларының изгелеген күреп бәхетле йәшәргә насип булһын.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас