Яңылыҡтар
1 Март 2022, 06:32

Радий Хәбиров: Беҙ Президенттың Украинала махсус хәрби операция уҙғарыуын һис һүҙһеҙ хуплайбыҙ

Был турала ул Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. ..

Радий Хәбиров: Беҙ Президенттың Украинала махсус хәрби операция уҙғарыуын һис һүҙһеҙ хуплайбыҙРадий Хәбиров: Беҙ Президенттың Украинала махсус хәрби операция уҙғарыуын һис һүҙһеҙ хуплайбыҙ
Радий Хәбиров: Беҙ Президенттың Украинала махсус хәрби операция уҙғарыуын һис һүҙһеҙ хуплайбыҙ

– 23 февралдә Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары буйынса үҙ позициябыҙҙы аныҡ белдерҙек. Ҡораллы көстәр үҙ бурысын башҡарып сығыр тип ышанам, улар өсөн дә ныҡ борсолабыҙ, – тип билдәләне Башҡортостан башлығы.

Ул шулай уҡ дүрт миллионлы республика халҡына уңайлы шарттарҙа йәшәүҙе тәьмин итеү төбәк хөкүмәтенең бурысы икәнлеген иҫкәртте. Башлыҡ һүҙҙәренсә, Украина агрессияһынан ҡасып Рәсәйгә һыйыныусылар өсөн республикала 2 мең урынға иҫәпләнгән эвакуация пункты әҙер. Бынан тыш, гуманитар ярҙам йыйыу ҙа йылдам бара.

Әлфинә Килдейәрова

Автор:
Читайте нас