

Изгелектең сиге юҡ. Ирекмәндәр һәм мәктәп уҡыусылары Донецк һәм Луганск респуликалары балаларын ҡурсалауҙы үҙ өҫтөнә алған.
Гуманитар ярҙам: мәктәп кәрәк-яраҡтары, канцелярия тауарҙары һәм ижад итеү өсөн төҫлө ҡағыҙҙар, гуашь, буяу ҡәләмдәре... Уларҙы йыйыуҙа Рәсәй уҡыусылар хәрәкәтенең төбәк ойошмаһы менән «Башҡортостан пионерҙары» йәмәғәт ойошмаһы ла әүҙем ҡатнаша.
Донецк һәм Луганск өлкәләре балаларына гуманитар ярҙам йыйыусылар ваҡытлыса ауырлыҡҡа дусар булыусыларға йыуатыу һәм рух күтәреңкелеге биреү өсөн хат -сәләмдәр ҙә яҙып ебәрә ала. Хәйриә акцияһына Стәрлетамаҡ, Межгорье, Октябрьский ҡалалары, Мәсетле һәм Иглин райондары ирекмәндәре ҡушылған. Иң тәүге посылкалар адресаттарға 7 мартта ебәрелер, тип күҙаллана.
Гүзәл Борханова