Яңылыҡтар
28 Февраль 2022, 07:19

Республикала ҡыштың һуңғы көнөндә ниндәй һауа торошо көтөлә

-

Республикала ҡыштың һуңғы көнөндә ниндәй һауа торошо көтөләРеспубликала ҡыштың һуңғы көнөндә ниндәй һауа торошо көтөлә
Республикала ҡыштың һуңғы көнөндә ниндәй һауа торошо көтөлә

Был аҙнала Башҡортостанда көндөҙ 4 градусҡаса йылыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, ҡыштың һуңғы көнөндә – 28 февралдә республикала аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, иртән юлдарҙа боҙлауыҡ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 0-5 метр.

Һауа температураһы көндөҙ -2-нән 3 градусҡаса йылы.

Яҙҙың тәүге көнөндә – 1 мартта ла яуым-төшөм көтөлмәй. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Һауа температураһы төндә - 5,-10 градус һалҡын, аяҙытҡанда –15 градусҡа тиклем. Көндөҙ иһә -1-ҙән 4 градусҡаса йылы.

2 мартта Башҡортостанда һауа торошо әллә ни үҙгәрмәй. Яуым-төшөмһөҙ, ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын.

Һауа температураһы төндә -5,-10 градус һалҡын, аяҙытҡанда минус 15-кә тиклем. Көндөҙ -1, +4 градус.

Автор:Галина Бахшиева.
 
Фото:Валерий Шахов.
Автор:
Читайте нас