

Рәсәйҙә алты көнлөк эш аҙнаһы башланды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттә, аҙнаһына биш көн эшләгәндәр был аҙнала шәмбе, 5 мартта ла эшләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта 5 марттағы эш көнө ҡыҫҡартыла.
Ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланыу өсөн илдә хеҙмәт графигында ошондай үҙгәрештәр индерелде.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, оҙайлы эш аҙнаһынан һуң Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан 6 марттан 8-енә тиклем өс ял көнө көтөлә.
5 марттағы эш көнөн бер сәғәткә ҡыҫҡартыу хеҙмәт хаҡына бер нисек тә йоғонто яһамай, тип билдәләй Газета.Ru.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-28/v-rossii-nachalas-shestidnevnaya-rabochaya-nedelya-2708640