

Туймазы районында йәшәгән Илназ Дәүләтов 21 февралдә, үҙенең тыуған көнөндә, бионик протезға эйә булды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың 7 июлендә трансформатор будкаһы янында дуҫтары менән футбол уйнап йөрөгән малай токтан һуғылғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптарға уның ҡулдарын ҡырҡырға тура килде. Хәҙер Илназ яңыса йәшәргә өйрәнә.
2021 йылда Башҡортостан Хөкүмәте менән «Моторика» компанияһы араһында «Киберкешеләр иҫәбен алыу» тигән берлектәге саралар планына ҡул ҡуйылды. Ул халыҡҡа функциональ ҡул протездарын алыу мөмкинлеге хаҡында мәғлүмәт биреүҙе күҙ уңында тота.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар