Яңылыҡтар
18 Февраль 2022, 07:00

Иғтибар: үҫмер юғалған

-

Иғтибар: үҫмер юғалғанИғтибар: үҫмер юғалған
Иғтибар: үҫмер юғалған

Яңы ғына 10 йәшлек малайҙың юғалыуы тураһында бар республика халҡы ишетеп хафаға ҡалғайны. Ярай ҙа ул өйөнән алыҫта булһа ла иҫән-һау табылды, әсәһенә тапшырылды. Был ваҡиға тураһында оноторға ла өлгөрмәнек, йәнә шуға оҡшаш яңылыҡ күҙгә салынды: үҫмер мәктәпкә киткән еренән әйләнеп ҡайтмаған.

13 йәшлек Радмир Сәләхетдиновтың юғалыуы тураһында "Балаларҙы эҙләү - Иглин" отряды ирекмәндәре хәбәр итә.

Унан билдәле булыуынса, үҫмер 16 февралдә сәғәт 13.00-дә мәктәпкә уҡырға киткән, әммә унда барып етмәгән.

Билдәләренә иғтибар итегеҙ: буйы 155-160 см, 13-15 йәштәр тирәһе күренә, тығыҙ кәүҙәле, сәсе тура ҡара төҫтә, күҙҙәре зәңгәр.

Өҫтөнә ҡара-һоро төҫтәге куртка, ҡара трико, аҡ рубашка, һоро кроссовка, "Россия" тигән яҙыулы шапка кейгән.

Үҙе менән ҡара биштәр, супермаркеттың аҡ пакетын тотҡан.

Уны күреүселәр, нимәлер белеүселәр булһа, зинһар, 112 һандарына йәки 89279698919, 89173835687 һандарына шылтыратығыҙ.


Фото:социаль селтәрҙән.

Автор:Аклима Гизатуллина.
Автор:
Читайте нас