Яңылыҡтар
18 Февраль 2022, 05:54

Башҡортостан умартасылар конгресын ҡабул итергә әҙерләнә

-

Башҡортостан умартасылар конгресын ҡабул итергә әҙерләнәБашҡортостан умартасылар конгресын ҡабул итергә әҙерләнә
Башҡортостан умартасылар конгресын ҡабул итергә әҙерләнә

Республика башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ольга Гатагова менән осрашыуҙа форумдың бер йылға күсеүен иҫәпкә алып, федераль үҙәктән ярҙам кәрәклеге тураһында белдерҙе. Һүҙ тәү сиратта Башҡорт дәүләт аграр университетының матди базаһын нығытыу хаҡында бара. Ольга Гатагова халыҡ-ара сараны ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеләсәк тип белдерҙе.  Башҡорт дәүләт аграр университетында юғары белемле умартсылар әҙерләнә. Бында  фәнни тикшеренеүҙәр алып барыу өсөн лабораториялар эшләй. Улар ярҙамында балдың сифатын билдәләргә, бал ҡорттарының сирен асыҡларға, үрсетеү йүнәлешен алып барырға була, ти ректор Илдар Ғәбитов.

Башҡортостанда “Апимондия”  Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресы сентябрҙә уҙа. Форумда 100-ҙән ашыу илдән 5 меңгә яҡын кеше ҡатнашыуы көтөлә.

 

Сығанаҡ: https://bash.news/bash/news/171240

Автор:
Читайте нас