

Уның авторы – венгр этнографы Жолт Ботлик. Ул яҡташы, ғалим Матьяша Селлесиндың 2019 йылда Башҡортостанда экспедицияла булған материалдарына нигеҙләнеп яҙылған. Венгр ғалимы Әбйәлил, Миәкә, Хәйбулла, Стәрлебаш райондарында башҡорттар мәҙәниәте һәм йолалары менән таныша. Мәҡәләлә башҡорттарҙың килеп сығышы, дине, тарихы һәм башҡорт теле үҙенсәлектәре хаҡында мәғлүмәт бирелгән.