

«Урал буйы» автомобиль блдары идаралығы мәғлүмәте буйынса, 3 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-нән М-5 федераль юлының 1194-се саҡрымынан (Төньяҡ тораҡ пункты) 1281-се саҡрымына тиклемге участкала (Октябрьский ҡалаһы) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.
Был саралар көслө ел, буран, ныҡ итеп ҡар яуыуы һәм күреү мөмкинлегенең сикләнеүенә бәйле ҡабул ителде.
Сикләү көндөҙгө 3-кә тиклем ғәмәлдә.
Водителдәргә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын үтәргә һәм һауа шарттары яҡшырғансы алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәләр.
Фото:Ксения Калинина.