

Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» агентлығына хәбәр итеүҙәренсә, 34 йәшлек ҡатындың хәле — бик ауыр, алты йәшлек малайҙың — ауыр, 14 йәшлек малайҙың иһә уртаса тип баһалана.
«Ә ҡалған өс кеше амбулатор хеҙмәтләндерелде. Ашығыс ярҙам машинаһындағы водитель һәм табип имен-һау», — тине ведомствоның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Софья Алешина.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2 февралдә иртәнге сәғәт 11-ҙәр тирәһендә Бәләбәй — Николаевка — Туймазы — Баҡалы автомобиль юлының 127-се саҡрымында «Лада Ларгус» (Баҡалы үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәтенеке) һәм «ВАЗ-21140» автомобилдәре бәрелешкән. Фажиғәлә өс бала һәм өс өлкән кеше зыян күргән.
Баҡалы районы прокуратураһы юл транспорт-ваҡиғаһы буйынса тикшереү барышын контролдә тота.
https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-02/krayne-tyazheloe-v-minzdrave-bashkirii-soobschili-o-samochuvstvii-materi-i-dvoih-detey-popavshih-v-dtp-2677692