Яңылыҡтар
2 Февраль 2022, 10:23

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел, епшек ҡар һәм томан хаҡында иҫкәртә

-

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел, епшек ҡар һәм томан хаҡында иҫкәртәҒәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел, епшек ҡар һәм томан хаҡында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел, епшек ҡар һәм томан хаҡында иҫкәртә

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, алдағы тәүлектә һауа шарттарының насарайыуы көтөлә. Төндә аяҙлы-болотло була. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡтан секундына 7-12 метр. Һауа температураһы -3,-8, аяҙытҡанда -10,-15 градус.

Көндөҙ болотло һауа торошо. Епшек ҡар, урыны менән буран, сымдарҙа һәм ағастарҙа епшек ҡар, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, тиҙлеге секундына 7-12 метр, урыны менән 18 метрға етеүе ихтимал. Һауа температураһы -4, +1 градус. Юлдарҙың айырым участкаларында томан, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей.  

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-02-02/mchs-po-bashkirii-preduprezhdaet-o-silnom-vetre-mokrom-snege-i-tumane-2677270

Фото:Ксения Калинина.

Автор:
Читайте нас