

Ай башында һауа температураһы -2...-3 градустан түбән төшмәй, ә көндөҙ 0... +1 градусҡаса йылыта. Был осорҙа көслө ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.
Икенсе аҙнанан температура нормаға килә: төндә -15... -17, көндөҙ -9... -13 градус була. Башлыса ҡояшлы һауа торошо көтөлә.
Айҙың тәүге яртыһында республиканың көнбайышында яуым-төшөм көтөлә, һуңынан һыуыҡ һәм ҡояшлы була. Көнсығыш райондарҙа ла ошондай уҡ хәл.
Көньяҡта һыуығыраҡ була. Ай башында һауа температураның плюс билдәһенә етеүе көтөлмәй.
Өфөлә 5 февралгә тиклем ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы, көндөҙ йылы, төндә иһә -1 градус ҡына булыуы көтөлә. Артабан синоптиктар төндә -13, -15, көндөҙ -9, -11 градус һалҡын була тип вәғәҙәләй.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар
Фото:mirpozitiva.ru