Яңылыҡтар
26 Ғинуар 2022, 06:56

Республикала йәмәғәт урындарында санитар ҡағиҙәләр үтәлеше тикшерелә

..

Республикала йәмәғәт урындарында санитар ҡағиҙәләр үтәлеше тикшереләРеспубликала йәмәғәт урындарында санитар ҡағиҙәләр үтәлеше тикшерелә
Республикала йәмәғәт урындарында санитар ҡағиҙәләр үтәлеше тикшерелә

Битлек йәки штраф. Эпидемиологик талаптар буйынса, йәмәғәт транспортында дезинфекция үткәрелергә тейеш. Маска кеймәгән пассажирҙар салонға индерелмәй. Йыл башынан Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы 30-ға яҡын рейд ойошторған. Тикшереү һөҙөмтәһендә автобус водителдәренә ҡарата - 10, ойошмаға бер административ протокол төҙөлгән. Документтар судҡа ебәрелгән. “Башавтотрнас” предприятиеһы генераль директоры Надир Сәмиев халыҡты иғтибарлы булырға, водителде ҡыйын хәлдә ҡалдырмаҫҡа өндәй.

Йәмәғәт транспортында ултырған пассажир битлек кеймәгән осраҡта водителгә - 3, шәхси эшҡыуарға - 50, предприятиеларға - 300 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Пассажир ташыусы шәхси компания етәксеһе Фәнис Батыров әйтеүенсә, һәр кем иғтибарлы булғанда күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмаҫҡа мөмкин.

Автор:
Читайте нас