

Стәрлетамаҡ районының ярҙамсы хужалығында сусҡалар күпләп ҡырыла башлаған. Был хаҡта республика Ветеринария идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.
Бының сәбәбе - Африка тағуны. Диагноз раҫланған. Әле ошо сирҙән ҡырылған сусҡаларҙы иҫәпләйҙәр.
Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығында белдереүҙәренсә, аҙыҡ-түлек ҡалдығы һәм ҡулланыу ваҡыты үткән продукция ауырыу сығанағы булыуы ихтимал.
Хәҙер белгестәр вирус сығанағын бөтөрөргә тырыша.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар