Яңылыҡтар
21 Ғинуар 2022, 11:43

Республикала 28 градусҡаса һалҡынайтыуы көтөлә

-

Республикала 28 градусҡаса һалҡынайтыуы көтөләРеспубликала 28 градусҡаса һалҡынайтыуы көтөлә
Республикала 28 градусҡаса һалҡынайтыуы көтөлә

Алдағы тәүлектә Башҡортостанда температура -28 градусҡаса түбәнәйә. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башгидрометүҙәк мәғлүмәтенә һылтанып хәбәр итте. 22 ғинуарға ҡарай төндә термометр бағанаһы -18 градусҡа тиклем төшә, көндөҙ -7,-12 градусҡаса йылыта.

Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булыуы, төндә һәм иртәнсәк томан төшөүе ихтимал, тип иҫкәртте ҡотҡарыусылар.

Шәмбе Өфөлә елдең тиҙлеге секундына 8 метрға етеүе мөмкин, төндә һауа температураһы -14,-16, ҡала ситендә -18,-20, көндөҙ -8,-10 градус һыуыҡ була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-21/v-bashkirii-ozhidaetsya-poholodanie-do-28-2663465

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас