

Өфө ҡалаһының 93-сө физика-математика лицейының 7-се класс уҡыусыһы Олег Сомов WorldSkills Russia чемпионатында ҡатнашҡан. Олег иҙәндә йөрөй һәм предметтарҙы күсерә алған робот йыйған.
Малай ошо механизм өҫтөндә айҙан ашыу эшләгән.
Былтыр иһә Олег кубиктарҙан башня төҙөгән машина уйлап тапҡан.
Уҡытыусыһы - Фуат Иҙрисов. Ул малайҙың һәләтен ваҡытында күреп ҡалып, уға уңышҡа өлгәшергә ярҙам иткән. Олегтың буш ваҡыты юҡ тиерлек. Әгәр булһа, ул спорт менән шөғөлләнә.
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар