

Бөтә Рәсәй хәрби инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһендә бер йыл элек эшләй башлаған хоҡуҡи үҙәк 100-ҙән ашыу ветеранға ярҙам күрһәткән. Бөгөн юридик ярҙам һорап илдең төрлө төбәктәрендә йәшәүселәр мөрәжәғәт итә. Күп һорауҙар ветерандарҙың мәнфәғәте яҡланмауға ҡайтып ҡала. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Адис Нуретдинов ике йылдан ашыу инде реабилитация үткәне юҡ. Күп һанлы мөрәжәғәткә гел һылтау табыла. Шунлыҡтан ул юридик ярҙам һорап йәмәғәт ойошмаһына килде.
Бөтә Рәсәй хәрби инвалидтар йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһендәге хоҡуҡи үҙәк бер йыл самаһы эшләүенә ҡарамаҫтан, 100-ҙән ашыу ветеранға ярҙам күрһәткән. Мөрәжәғәттәр башлыса хәрби ветерандарҙың хоҡуҡтары боҙолоуға ҡайтып ҡала.
Хоҡуҡи үҙәк тап хәрби ветерандарҙың мәнфәғәтен яҡлауға йүнәлтелгән. Бар эштәр ҙә бушлай башҡарыла. Әйткәндәй, йәмәғәт ойошмаһының Президент фонды грантын алыуға өлгәшеүе яңы мөмкинлектәр ҙә асты. Яҡын көндәрҙә үҙәк белгестәренең республика район-ҡалаларына сығыуы көтөлә.
Азат Ғәлиуллин