


Башҡортостанда сәләмәтлегенә бәйле мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн Социаль һәм эш интеграцияһы мультиүҙәге асылыуы планлаштырыла. «Инвалидлығы булған кешеләр өсөн һөнәри белем алыуҙа, артабан эшкә урынлашыуҙа һәм хеҙмәт баҙарында уларҙың конкурентлығын күтәреү буйынса ҡулдан килгәнсә барлыҡ уңайлыҡтар ҙа булдырылырға тейеш», – тип белдерҙе Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров Республика Хөкүмәте ултырышы барышында.
Бөгөнгө көндә эшкә һәләтле йәштәге мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең ни бары 21 проценты ғына эшкә инә алған. Илдәге һәм Волга буйы федераль округындағы күрһәткестәр буйынса Башкортостан бер аҙ артта ҡала.
Яңы асыласаҡ Социаль һәм эш интеграцияһы мультиүҙәге инвалидтарға комплекслы ярҙам, шул иҫәптән, уларға тап килгән һөнәрҙе һайларға, был йүнәлеш буйынса белем алырға һәм артабан уларҙы эшкә урынлаштырырға булышлыҡ итергә тейеш. Был социаль ойошманы Салауат механика-төҙөлөш колледжы бинаһында урынлаштырыу ҡарала.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.