


Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров республиканың эре сәнәғәт предприятиелары етәкселәре менән кәңәшмә үткәрҙе. Унда эпидемиологик хәлдең насарайыуына бәйле коронавирусҡа ҡаршы көрәш саралары тураһында һүҙ барҙы.
– Бөтә донъяла яңы штамм “омикрон”дың таралыуы айҡанлы саң ҡағалар. Ул, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 70 тапҡырға нығыраҡ арта икән. Эксперттар коронавирусҡа бәйле артабанғы хәл хаҡында үтә кире фараз бирә. Әлбиттә, яңы штамды йоҡторғанда сир ауыр үтмәй, тигән фекерҙәр бар. Ләкин әле, ғалимдар әйтеүенсә, “омикрон”ға ҡағылышлы бөтә теориялар өйрәнелә генә әле, төрлө яҡлы тикшереүҙәр үткәрелә. Беҙгә хәҙер, вирустың был төрөнөң ныҡ йоғошло булыуын иҫәпкә алып, ковидҡа ҡаршы сикләү сараларын көсәйтергә кәрәк. Сөнки һүҙ халыҡтың һаулығы хаҡында бара, – тине Андрей Назаров.
Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак “омикрон”дың инкубация осоро аҙ – 2-5 көн генә булыуын билдәләп үтте. Уның билдәләре сирле кеше менән аралашҡандан һуң иртәгәһен үк беленергә мөмкин.
– Предприятиелар етәкселәренең өлкән быуынға һәм хроник сирҙәре арҡаһында диспансер иҫәптә торған кешеләргә ҡарата айырыуса иғтибарлы булыуын үтенәм. Уларҙы мөмкин тиклем дистанцион эшләүгә күсерергә тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ, инфекция алып ҡайтыу хәүефе тыумаһын өсөн, хеҙмәткәрҙәрегеҙҙе сит илдәргә командировкаларға ебәреүҙе сикләүегеҙҙе һорайбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Анна Казак.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республикала бер тәүлектә асыҡланыусы ковид-ауырыуҙар артыуын өҫтәне. Шулай уҡ инфекцияның таралыу коэффициенты ла, дауаханаға һалыныусы ауырыуҙар ҙа арта.
– Былар бөтәһе беҙҙең әле бишенсе тулҡын башында тороуыбыҙ тураһында һөйләй, һәм, предприятиеларҙа сирҙе күмәк йоҡтороуҙарға юл ҡуймаҫ өсөн, инфекцияға ҡаршы көрәш сараларын көсәйтеү мөһим. Киҙеү, грипп билдәләре булған, үҙен хәлһеҙ тойған һәр хеҙмәткәрҙе дистацион эшләүгә күсереүегеҙҙе һорайбыҙ. Предприятиеға ингәндә хеҙмәткәрҙәрҙең температураларын үлсәү, QR-кодтарын тикшереү зарур. Бөтәһенең дә битлек кейеп йөрөүенә, ҡулдарын дезинфекциялаусы саралар менән эшкәртеүенә етди иғтибар мотлаҡ. Һәм аралашыуҙарҙы мөмкин тиклем сикләү мөһим, – тине Максим Забелин.
Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көндә күпселек предприятиеларҙа коллектив иммунитетҡа өлгәшкәндәр һәм, хеҙмәткәрҙәргә ревакцинация үткәреп, уны һаҡларға кәрәк.
Оператив штаб мәғлүмәттәре буйынса, республикала әлеге ваҡытта прививканың беренсе компонентын 2 264 418 кеше, йәғни вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 91 проценты яһатҡан.
Фото "Башинформ"дан алынды.