


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыуға бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға тағы ла үҙгәрештәр индерҙе. Улар нимә хаҡында?
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы физкультура һәм мәҙәни сараларҙы (фестивалдәр, смотрҙар, конкурстар) үткәреү һуңыраҡ ваҡытҡа һәм айырым күрһәтмә булғанға тиклем күсерелә.
Хеҙмәт коллективтарының 30 кешенән ашыу хеҙмәткәр йәки саҡырылыусы кешеләр ҡатнашлығындағы йыйылыштарын һәм башҡа күмәк сараларҙы үткәреү тыйыла.
Дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәре граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе ойоштороуҙы һәм үткәреүҙе кисектереп торорға тейеш (уларҙың ризалығы буйынса).
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.