Яңылыҡтар
18 Ғинуар 2022, 04:15

Санитар-эпидемиологик саралар көсәйтеләсәк

..

Санитар-эпидемиологик саралар көсәйтеләсәкСанитар-эпидемиологик саралар көсәйтеләсәк
Санитар-эпидемиологик саралар көсәйтеләсәк

Коронавирустың яңы штамы “омикрон” барлыҡҡа килеү сәбәпле, Башҡортостанда санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеүгә контроль көсәйтеләсәк. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

 
 
Санитар-эпидемиологик саралар көсәйтеләсәк

 Коронавирустың яңы штамы “омикрон” барлыҡҡа килеү сәбәпле, Башҡортостанда санитар-эпидемиологик талаптарҙы күҙәтеүгә контроль көсәйтеләсәк. Был турала республика Башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

– Беҙ донъяла “омикрон”дың үтә йылдам таралыуын күрәбеҙ,  – тине республика етәксеһе. Радий Хәбиров, әлеге штамм ковидтың ошоғаса булған бөтә варианттарына ҡарағанда ла  йоғошлораҡ икәнен иҫәпкә алғанда, ауырыусылар һаны күпкә юғары булыуы ихтималлығын әйтеп китте. Ул коронавирусҡа бәйле хәлдең артабанғы үҫешенә эксперттарҙың кире фараз биреүен билдәләне.

 – Был фараз тормошҡа ашырмы, юҡмы –  белмәйбеҙ, әммә һаулыҡ һаҡлау системаһының әҙер булыуы мөһим. Шуға күрә беҙҙә койка фонды резервы, дарыуҙар запасы етерлек булырға тейеш. Шулай уҡ Туймазылағы һәм Сибайҙағы ковид-госпиталдәрҙе төҙөүҙе тиҙләтергә кәрәк, – тине республика Башлығы.

Радий Хәбиров республикала вакцинацияланмаған кешеләр өсөн ғәмәлдәге бөтә сикләү саралары һаҡланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм башҡа санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙең дә, шул иҫәптән йәмәғәт урындарында мотлаҡ битлек кейеү талабының күҙәтелергә тейешлеген билдәләне.

Башҡортостан Башлығы коронавирус таралыуға бәйле юғары әҙерлек режимы хаҡындағы указға яңы үҙгәрештәр индерәсәген белдерҙе.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы 2 914 858 доза вакцина килтерелеүен бәйән итте. 17 ғинуарға ҡарата прививканың беренсе компонентын 2 253 973 кеше, йәғни вакцинация үтергә тейешле халыҡтың 90,7 проценты яһатҡан. Икенсе компонентын да эшләтеүселәр – 2 128 538 (85,7 процент).

Роспотребнадзорҙың республика идаралығы етәксеһе Анна Казак Башҡортостанда “омикрон” йоҡтороуҙың һигеҙ осрағы асыҡланыуы хаҡында һөйләне. Баш санитар табип әйтеүенсә, уларҙың бөтәһе лә сирҙе еңел рәүештә үткәрә.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Автор:
Читайте нас