


25 һәм 26 ғинуарҙа Белорет районының «Абҙаҡ» курорты биләмәһендә сноуборд буйынса Рәсәй чемпионаты үтәсәк. Дүрт йүнәлештә награда комплекттары уйнатыласаҡ. Спорт бәйгеһе программаһына ярашлы, 25 ғинуарҙа спортсылар сноубордтың параллель слалом-гигант төрө буйынса көс һынашһа, 26 ғинуарҙа параллель слалом төрөндә миҙал өсөн көрәшәсәк.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә төбәктә короновирустың «Омикрон» штаммы таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн күпләп йыйылыуҙы кисектереү хаҡында хәбәр итте. Ярыш бөтә санитар-эпидемиология нормалары талаптарына ярашлы, шулай уҡ Халыҡ-ара саңғы спорты федерацияһы ҡағиҙәләрен һәм Роспотребнадзор тәҡдимдәрен иҫәпкә алып уҙғарыласаҡ.
Яңы йыл каникулдарында Башҡортостандағы тау саңғыһы курорттары барлығы 95 меңгә яҡын туристы ҡабул итә. Иң танылған ҡышҡы әүҙем ял урыны булып «Абҙаҡ», «Яҡтыкүл» һәм «Мраткино» һанала, уларҙа 57 мең кеше ял итә.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.