Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2022, 06:19

Юл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың әсәһе һәләк булған

-

Юл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың әсәһе һәләк булғанЮл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың әсәһе һәләк булған
Юл фажиғәһендә йәш ярымлыҡ баланың әсәһе һәләк булған

Юл фажиғәһе 16 ғинуарҙа, киске сәғәт 5-тә Стәрлетамаҡ районында, Стәрлетамаҡ-Федоровка автомобиль юлының 33-сө саҡрымында булған.

Билдәле мәғлүмәттәр буйынса, Стәрлетамаҡта йәшәгән 27 ҡатын идара иткән «ЗАЗ Chance» ҡаршыға килгән «Chevrolet Cruze» менән бәрелешкән. Рулдә Стәрлетамаҡтан 29 йәшлек ир ултырған.

«Аварияла «ЗАЗ Chance» водителе ашығыс медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Уның йәш ярымлыҡ улы, шулай уҡ икенсе водитель һәм уның ҡатыны дауаханаға оҙатылған», — тип хәбәр итте Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.

Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

https://www.bashinform.ru/news/law/2022-01-16/dtp-v-bashkirii-uneslo-zhizn-mamy-3-letnego-rebenka-rebenok-v-bolnitse-2656027

Автор:Альмира Давлетбаева.

Автор:
Читайте нас