Яңылыҡтар
17 Ғинуар 2022, 06:12

Көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә

-

Көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөләКөндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә
Көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, алдағы өс көндә республикала көндәрҙең һалҡынайтыуы көтөлә. Дүшәмбе, 17 ғинуарҙа, көндөҙ бер аҙ ҡар яуа. Айырым райондарҙа буран, юлдарҙа көрт, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -9, -14 градус була.

Шишәмбе, 18 ғинуарҙа, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -14, -19, көндөҙ -8,-13 градус.

Шаршамбы, 19 ғинуарҙа, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы төндә -10, -15, аяҙытҡанда -16, -21, көндөҙ -6, -11 градус була.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-17/v-bashkirii-poholodaet-do-21-gradusa-2656054

Фото:Ксения Калинина.

Автор:
Читайте нас