Яңылыҡтар
12 Января 2022, 12:00

Һауа торошоноң үҙгәреүе көтөлә

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Һауа торошоноң үҙгәреүе көтөләҺауа торошоноң үҙгәреүе көтөлә
Һауа торошоноң үҙгәреүе көтөлә

Алдағы көндәрҙә республикала йәнә һауа температураһының үҙгәреүе көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, аҙнаның икенсе яртыһында һалҡындар ҡар һәм буран менән алмашына. Юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы, урыны менән көрт һалыуы ихтимал.

15 ғинуарға һауа температураһы төндә -7,-12, аяҙытҡанда -17, көндөҙ -5,-10 градусҡаса күтәрелә.

Ғинуарҙың беренсе декадаһында республиканың баш ҡалаһында айлыҡ норманан 82 процент яуым-төшөм яуған. Ысынында иһә быйылғы ғинуарҙың беренсе декадаһын 2017 йыл ғинуарының тәүге ун көнлөгө менән сағыштырып булмай. Ул осорҙа күберәк – айлыҡ норманан 132 процент яуым-төшөм теркәлгән, тип билдәләне метеорологтар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-01-12/bashkiriyu-snova-nakroet-silnyy-snegopad-2651602

Фото:Валерий Шахов

Автор: