Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2022, 04:52

Башҡортостан нефтенә – 90 йыл

1932 йылдың 16 майында Ишимбай ауылы эргәһендә 680 метр тәрәнлегендәге 702-се һанлы скважинанан нефть фонтаны урғыла. ..

Башҡортостан нефтенә – 90 йылБашҡортостан нефтенә – 90 йыл
Башҡортостан нефтенә – 90 йыл

1932 йылдың 16 майында Ишимбай ауылы эргәһендә 680 метр тәрәнлегендәге 702-се һанлы скважинанан нефть фонтаны урғыла.

Башҡорт нефте тарихы битен асҡан был ваҡиғаға быйыл 90 йыл. Ошо айҡанлы кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2022 йылда Башҡортостан нефтенең 90 йыллығын байрам итеү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, ойоштороу комитеты булдырыла һәм саралар планы төҙөлә. Шулай уҡ Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исемен биреүҙе юллау планлаштырыла. Бынан тыш, юбилей саралары барышында Башҡортостан нефтен беренсе булып асыусылар майҙанына, Губкин урамына капиталь ремонт үткәрелә, «Вышка-өләсәй» мемориаль комплексы, Башҡортостан нефтен беренсе асыусылар һәм Блохин урамдары реконструкциялана, шулай уҡ Блохин исемендәге һәм «Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған Ишембай нефтселәренә һәйкәл» скверҙары төҙөкләндерелә.

Әһәмиәтле дата уңайынан тантаналы сара 2022 йылдың майында «Торатау» конгресс-холында була. Шунда уҡ тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары бүләкләнә.

Республика Хөкүмәтенә указдың үтәлешен контролдә тотоу, шулай уҡ сығымдарҙы финанслау сығанаҡтарын билдәләү бурысы йөкмәтелде.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Автор:
Читайте нас