Яңылыҡтар
11 Ғинуар 2022, 05:15

Бөгөндән йәмәғәт урындарында санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү башлана

..

Бөгөндән йәмәғәт урындарында санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү башланаБөгөндән йәмәғәт урындарында санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү башлана
Бөгөндән йәмәғәт урындарында санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү башлана

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. Шулай уҡ уҡыусылар каникулдан сығыуға мәктәптәрҙе әҙерләргә ҡушылды. Урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн иһә миллиард һумдар һәм эшсе ҡулдар кәрәк. Оператив кәңәшмәнән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

 

Яңы йыл каникулынан һуң сит илдә, башҡа төбәктәрҙә ял итеп  ҡайтыусылар бар. Ситтә Омикрон штаммының таралыуын әлегә телевизорҙан күҙәтһәк, һаҡланыу саралары тураһында оноторға ярамай. Фитнес - клубтар, спорт һәм мәҙәниәт учреждениелары, сауҙа  үҙәктәре һәм транспортта рейдтар уҙасаҡ.

Муниципалитет башлыҡтарына ковидҡа ҡаршы вакциналау буйынса эш алып барырға ҡушылды. Был йәһәттә статистиканы артҡа һөрәүсе райондарға иғтибар йүнәлтелә. Прививка буйынса  район башлыҡтарынан 15 февралдә отчет көтөлә. 17 ғинуарҙа балалар мәктәпкә бара. Уға тиклем белем учреждениеларын әҙерләргә кәрәклеге әйтелде. Ковид инспекторҙар эшләйәсәк.

Көнүҙәк мәсьәлә – юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу. Ведомство башлығы вазифаһын башҡарыусы белдереүенсә, республикаға 10 миллиард һумға коммуналь техника һатып алыу талап ителә. Быйыл төбәк ҡаҙанаһынан 1 миллион ярым аҡса бүлеү ҡаралған. 

Әле баш ҡала урамдарын таҙартырға 327 машина сыға. Коммуналь техника 75 процентҡа иҫкергән. Технология буйынса 2432 берәмек техника кәрәк. Был өлкәлә эшселәргә ҡытлыҡ. 130 машина водителдәр етмәүҙән тик тора. Ауыр эш өсөн түләнгән түбән хеҙмәт хаҡына риза булыусылар әҙ.

Норматив буйынса урам-юлдарҙы тәртиптә тотоу өсөн 7302 кеше эшләргә тейеш. Өфөлә 2434 штат ҡарарлған, факт буйынса 1638  кеше иҫәпләнә.

Алан Марзаев, Башҡортостандың торлаҡ- коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы

Башҡортостан башлығы эш хаҡын арттырыу, йәшәргә торлаҡ биреү, уҡытыу кеүек шарттар менән уларҙы йәлеп итеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Шулай уҡ Орлан поезында булған хәлгә асыҡлыҡ индерергә ҡушылды. Өфө – Күмертау йүнәлешендәге транспортта күптән түгел булмаған вагон өсөн билеттар һатылған һәм алыҫ араны пассажирҙарға аяҡ өҫтө барырға тура килгән.

2022 йыл Башҡортостанда волейбол йылы булараҡ үткәреләсәк. Быйыл Өфө волейбол буйынса донъя чемпионаты этабын ҡабул итә, шулай уҡ ҡатын -ҡыҙҙар командалары араһында халыҡ -ара турнир ҡаралған.

Фото №1 - Иртәгәнән йәмәғәт урындарында санитар-эпидемиологик талаптарҙың үтәлешен тикшереү башлана

Рәмилә Исмәғилева

Автор:
Читайте нас