

"Башгидромет"үҙәге хәбәр итеүенсә, алдағы көндәрҙә республика буйынса ҡар яуыуы, айырым райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ һәм көрт булыуы көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар яуғанда 500-1000 метрға тиклем күреү мөмкинлеге кәмей. Башҡортостанда юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге баш дәүләт инспекторы Владимир Севастьянов та водителдәргә юлға сығыуҙы туҡтатып торорға һорап, мөрәжәғәт итте. Иҫкәртеүҙәргә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер водителдәр хәүефһеҙлек сараларына иғтибар итмәй, был юл-транспорт ваҡиғаларына килтерә.
Кисә республиканың Стәрлетамаҡ, Благовещен һәм Яңауыл райондарында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияларҙың төп сәбәбе- ҡаршы һыҙатҡа сығыу һәм тиҙлекте арттырыу. Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында юл хеҙмәттәре ЮХХДИ менән килешеп, ҡайһы бер юлдарҙа рөхсәт ителгән тиҙлекте кәметергә һәм "Уҙыу тыйыла" билдәләрен ҡуйырға мәжбүр буласаҡ.
Шулай уҡ кисә Салауат районында "Лада Ларгус" автомобиле юлдан ситкә сығып, түңкәрелә. Һөҙөмтәлә бер кешенең ғүмере өҙөлә, өс кеше дауаханаға оҙатыла. Машина салонында өс йәшлек баланың да булыуы билдәле. Бәләбәй районындағы аварияла "Skoda Octavia" автомобиле ҡаршы һыҙатта килгән «КамАЗ» йөк машимнаһы менән бәрелешә. Еңел автомобиль водителе ваҡиға урынында уҡ йән бирә.
Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ, тиҙлек ржимын арттырмағыҙ! Ашығыс хеҙмәттәрҙе берҙәм саҡырыу телефоны — 112.
Фото: "Башинформ"