

Йыл башынан спорт менән шөғөлләнеүгә түләнелгән аҡса өсөн ҡайтарма алыу мөмкинлеге тураһында закон эшләй башлай. Шулай итеп, бассейндар, фитнес-клубтар, спорт залдарына абонент һатып алыусылар хәҙер уның хаҡының 13 процентын кире ҡайтарыуға иҫәп тота ала.
Шул уҡ ваҡытта "вычет" ҡабул итеү еңеләйә – хәҙер декларация һәм "вычет"ҡа хоҡуҡты раҫлаусы документтар тапшырырға кәрәк булмаясаҡ. Бының өсөн Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинет аша заявка ғына ҡалдырырға кәрәк. Һалым органы барлыҡ тикшереүҙәр менән үҙе шөғөлләнәсәк. Заявка алынғандан һуң һалым хеҙмәте эш биреүсегә хеҙмәткәрҙең "вычет"ҡа хоҡуғы тураһында хәбәр ебәрәсәк. Был яңылыҡ һалым ҡайтармаһы алыу ваҡытын кәметеүҙе күҙҙә тота.
Фото:pravo-invalida.ru