Яңылыҡтар
28 Декабрь 2021, 14:44

"Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәй"

-

"Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәй""Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәй"
"Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәй"

Бөгөн, 28 декабрҙә, 19.00 сәғәттә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Башҡортостан юлдаш телеканалы, “Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы һәм “Башинформ” мәғлүмәт агентлығына 2021 йыл йомғаҡтарына арналған интервьюһы башланды.

Төбәк Башлығы менән тура бәйләнештәге әңгәмәне Башҡортостан юлдаш телеканалы етәксеһе Рөстәм Зәрәфетдинов, “Башҡортостан” ДТРК-һы директоры Азамат Сәлихов, “Башинформ” агентлығының баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов алып бара.

Иң тәүге һорау Радий Хәбировтың үҙ вазифаһында алып барған эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булыу-булмауына ҡағылды.

Республика Башлығы төбәк менән идара итеүгә бәйле өс йылды еңелдән булманы тип билдәләне. “Тыныс ҡына эшләнек тип әйтеп булмай. Хәүеф ҙур. Икеләнеүҙәр аҙ. Беҙ ҡарарҙар ҡабул итергә һәм улар өсөн яуаплылыҡ тоторға өйрәндек. Кешеләрҙе, эш асылын яҡшыраҡ аңлай башланыҡ”, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы коронавирусҡа бәйле тыуған хәл-торошто, Сибайҙағы карьерға ҡағылышлы хәлдәрҙе айырып билдәләне. “Иң ауыры – кешеләр үлеме. Шуға күрә ҡайһы берҙә ҡәтғи саралар ҙа ҡабул итергә тура килде. Тырышлығыбыҙ бушҡа китмәне. Беҙ коронавирусҡа ҡаршы көрәшергә өйрәндек”, - тине ул, был йүнәлештәге эштәрҙе барлап.

Тағы берҙе хәтерегеҙгә төшәрәбеҙ: республика Башлығы БЮТ, “Башҡортостан 24” һәм “Сәләм” телеканалдары, “Юлдаш” һәм “Рәсәй Радиоһы” радиостанциялары, шулай уҡ “Бәйләнештә”, Facebook, “Класташтар” һәм Instagram социаль селтәрҙәре аша тура эфирҙа һорауҙарға яуап бирә.

Фото: "Башинформ".

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
 
 
 
 
Автор:
Читайте нас