Яңылыҡтар
28 Декабрь 2021, 15:38

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең эшен юғары баһаланы

-

Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең эшен юғары баһаланыРадий Хәбиров республика Хөкүмәтенең эшен юғары баһаланы
Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең эшен юғары баһаланы

- Хөкүмәт – ул абстракт орган, һәр идара – ул тәү сиратта кешеләр. Шуға күрә бөгөн мин етәксе тураһында, Премьер-министр хаҡында күберәк һөйләргә теләйем. Был тиҙ ҡабул ителгән ҡарар булды. Вазифа башҡарыусы булараҡ тәғәйенләнгән мәлдә үк миңә һәм республикаға ниндәйҙер тәжрибәгә, иң мөһиме – үҙаллы уйлау һәм эш итеү алымдарына эйә кеше кәрәк булыуын яҡшы аңлай инем. Мин яуаплылыҡты бүлеү яҡлымын. Һәр ваҡыт бер үҙең ҡарар ҡабул итеү һөҙөмтәле булмай. Республика Хөкүмәтенең Премьер-министры Андрей Назаров  бына ошо сифаттарға тулыһынса эйә. Уны ҡайһы берҙә тотоп, “туҡтап тор әле” тип туҡтатҡы, бергә ҡарар ҡабул итәйек, тип әйтке килә, - тип билдәләне Радий Хәбиров.

Төбәк Башлығы барыһы өсөн асыҡ булған кәңәшмәләрҙән тыш, ҡайһы берҙә Андрей Назаров менән ҡыҙыу шарттарҙа бәхәсләшеүҙәре, фекер алышыуҙары тураһында ла әйтеп үтте.

Хөкүмәттең эшмәкәрлеген баһалауға ҡағылып, “10 баллы шкала буйынса баһа биреү дөрөҫ булмаҫ ине. Мин Хөкүмәттең эшмәкәрлеген юғары баһалайым. Ул бик эшмәкәр, яуаплы (орган – автор). Барыһы ла килеп сыҡмай, әлбиттә. Төрлө сәбәптәр бар. Әммә Хөкүмәт ҙур теләк менән эшләй”, - тине республика Башлығы.

Шулай уҡ Радий Хәбиров Александр Сидякинға ҡағылышлы һорауға ла яуап бирҙе. Белеүебеҙсә, ул күптән түгел “Берҙәм Рәсәй”ҙең Үҙәк башҡарма комитетын етәкләне.

- Уның тәғәйенләнеше, күсеүе – минең өсөн дә, үҙе өсөн дә, йәғни бөтәбеҙ  өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Беҙ кәңәшләшкәндән һуң кире ҡаға алмауыбыҙҙы аңланыҡ. Был – бик яуаплы һәм ябай булмаған бурыс. Ғөмүмән, Башҡортостандан сыҡҡан кешеләрҙең власть структураларында юғары вазифалар  биләүе бик яҡшы күренеш, тип баһалайым. Был республика өсөн дә файҙалы, - тине Радий Фәрит улы.

Төбәк Башлығы Александр Сидякин менән бәйләнештең өҙөлмәүен билдәләп, “Беҙ һәр ваҡыт бер командала”, тип әйтте.

Фото: тура бәйләнештән скриншот.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
Автор:
Читайте нас