

021 йыл йомғаҡтарына арналған ҙур интервьюһы барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путинға һорау биргән Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы Гөлназ Хәйбуллина тураһында маҡтау һүҙҙәре еткерҙе.
Белеүебеҙсә, коллегабыҙ Рәсәй Президентына Өфө ҡалаһының 2024 йылда билдәләнәсәк 450 йыллығына әҙерлеккә бәйле сараларҙы финанслау һәм “Салауат Юлаев” командаһы менән дан тотҡан баш ҡалабыҙҙа хоккей буйынса донъя чемпионатын ҡабул итеү мөмкинлеге тураһында һорау биргәйне.
- Гөлназды ҡосаҡлап, ҙурҙан “Афарин!” тип әйтер инем. Әгәр бөтәһе лә республикабыҙҙы шулай яратһа һәм уға уңыштар теләһә, ныҡ шәп булыр ине. Бик яҡшы һорау. Ошо ваҡиғанан һуң хоккейҙа булдым, Владимир Путин биргән баһанан һуң еңелергә ярамай ине. Йәш журналистарға, Президент интервью биргән саҡта контексты аңларға кәрәк, тип әйтергә теләр инем. Әлеге ваҡытта илебеҙгә һәм шәхсән дәүләт башлығына көслө баҫым яһала. Ҡасан да булһа беҙҙән барған журналист: “Владимир Владимирович, һеҙҙең хеҙмәтегеҙ һәм булыуығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Беҙ, башҡорттар, Башҡортостан халҡы һәр ваҡыт һеҙҙең яҡлы, һәр ваҡыт Рәсәйҙең ышанысы булдыҡ һәм булып ҡалабыҙ”, - тип әйтер тигән ышаныс бар, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.
Фото: news.myseldon.com