

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөн 8.15 сәғәткә ҡарата республиканы киҫеп үткән М-5 "Урал", М-7 “Волга” һәм Р-240 Өфө - Ырымбур автомобиль юлдарында кисә индерелгән сикләүҙәр алынған. Транспорт хәрәкәте штатлы режимда башҡарыла.
Көслө буран шарттарында бик күп авария теркәлгән. Юлда ҡамалып ҡалыу осраҡтары булған. Ҡотҡарыусыларға көсөргәнешле шарттарҙа эшләргә тура килгән.