Яңылыҡтар
27 Декабрь 2021, 11:51

Кемдәр өҫтәмә пенсия аласаҡ?

..

Кемдәр өҫтәмә пенсия аласаҡ?Кемдәр өҫтәмә пенсия аласаҡ?
Кемдәр өҫтәмә пенсия аласаҡ?

Рәсәй Пенсия фондынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 ғинуарҙан ауыл хужалығында 30 йыл хеҙмәт стажына эйә эшләмәгән пенсионерҙарға страховка пенсияһына билдәләнгән түләү 25 процентҡа артасаҡ. Бының өсөн пенсия фондына айырым мөрәжәғәт итеү талап ителмәй, ул пенсия (түләү) эше мәғлүмәттәре буйынса башҡарыла. Ауыл хужалығындағы эш стажын иҫәпләү өсөн Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған Эштәр, производстволар, вазифалар, һөнәрҙәр, белгеслектәр исемлеге ҡулланыла.

Ауыл хужалығында 30 йыл эш стажы хеҙмәт кенәгәһендәге яҙмалар менән раҫланмаған пенсионерҙар түләүҙе яңынан иҫәпләтеү өсөн Пенсия фондына өҫтәмә документтар тапшырырға мөмкин. 1992 йылға тиклем эшләгән осор, һөнәре, биләгән вазифаһына ҡарамаҫтан, ауыл стажына индереп иҫәпләнә. Дөйөм эш стажы иҫәбенә ауыл хужалыҡтарында һәм ойошмаларында, машина-трактор станцияларында, колхоз-ара предприятиеларҙа, совхоздарҙа, крәҫтиән хужалыҡтарында (исемлектә йәмғеһе 500-ҙән ашыу һөнәр) хеҙмәт итеү йылдары инә.

 Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Автор:
Читайте нас