Яңылыҡтар
27 Декабрь 2021, 12:07

Үҙәк банк физик берәмектәрҙең аҡса күсереүен күҙәтеп барырға йыйыныуын кире ҡаҡты

-

Үҙәк банк физик берәмектәрҙең аҡса күсереүен күҙәтеп барырға йыйыныуын кире ҡаҡтыҮҙәк банк физик берәмектәрҙең аҡса күсереүен күҙәтеп барырға йыйыныуын кире ҡаҡты
Үҙәк банк физик берәмектәрҙең аҡса күсереүен күҙәтеп барырға йыйыныуын кире ҡаҡты

Рәсәй банкы физик берәмектәрҙең операцияларын контролдә тотоу өсөн кредит ойошмалары өсөн яңы отчет индерергә йыйынмай.

«Онлайн-казино һәм букмекерҙарҙың законһыҙ операциялары өсөн уларҙың платформаларын файҙаланыу хәүефе булған осраҡта ғына ҡайһы бер банк клиенттарының исемһеҙ мәғлүмәттәрен йыйыу күҙаллана.

Һүҙ башбаштаҡлыҡтар - бер үк кешеләрҙең адресына һанаулы сәғәттәр эсендә ҙур суммалар күсереү тураһында бара. Аңлашыла, был халыҡ йәки бәләкәй бизнес ҡулланған ябай иҫәп-хисап түгел, ә йәшерен операциялар үткәрергә маташыу», - тип асыҡлыҡ индерҙеләр Рәсәйҙең Үҙәк банкында.

Йәғни был эш тоталь контролде күҙ уңында тотмай һәм бәләкәй бизнесҡа ҡағылмай.

 

Сығанаҡ:Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас