Был турала Радий Хәбиров мәҙәниәт һәм сәнғәт вәкилдәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Уның әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта беҙҙең режиссерҙарҙың фильмы ил буйынса уңышлы прокатҡа сыға. Шуға кино төшөрөү сәнғәтенә ярҙам системаһын булдырырға кәрәк. Республика башлығы кино фондын булдырыу һәм киноиндустрия үҫешенә гранттар биреү тәҡдимен индерҙе. Тәүге 50 миллион һум киләһе йылда уҡ бүленә. Был бик урынлы, кино ҙур сығымдар талап иткән сәнғәт төрө, ти “Башҡортостан” киностудияһының баш режиссеры Вилүрә Иҫәндәүләтова.
Киләһе йыл экрандарға Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса төшөрөлгән “Төньяҡ Амурҙары” тулы метражлы анимация фильмы сыға.




