Яңылыҡтар
27 Декабрь 2021, 07:01

28 декабрҙә Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына интервью бирә

-

28 декабрҙә Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына интервью бирә28 декабрҙә Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына интервью бирә
28 декабрҙә Радий Хәбиров киң мәғлүмәт сараларына интервью бирә

28 декабрҙә киске сәғәт 7-лә Радий Хәбиров йылға йомғаҡ яһай, республика етәксеһе проблемалар, ҡаҙаныштар, Башҡортостандың үҫеш мөмкинлектәре һәм киләсәккә пландар хаҡында һүҙ алып бара.

Пандемия, сәнәғәттең барлыҡ тармаҡтары өсөн көсөргәнешле эш мәле. Әммә ошо хәл-шарттарға ҡарамаҫтан, республика әүҙем үҫешә, яңы үрҙәргә өлгәшә.

Был осорҙа республика властары нимә эшләне? Ниндәй проблемалар асыҡланды? Республика ҡайҙа йүнәлеш тота? Башҡортостандың төп киң мәғлүмәт сараларына интервьюһында республика етәксеһе уҙып барған йылдың ваҡиғаларына үҙенең мөнәсәбәте тураһында һөйләргә йыйына.

Тура эфирҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Рәсәй 24, Башҡортостан 24, Сәләм телеканалдарында ҡарағыҙ. «Юлдаш», Рәсәй радиоларында тыңларға мөмкин.

 

Башинформ.

Автор:
Читайте нас