Яңылыҡтар
21 Декабрь 2021, 06:18

Яңы йыл төнө ныҡ һыуыҡ булмаҡсы

-

Яңы йыл төнө ныҡ һыуыҡ булмаҡсыЯңы йыл төнө ныҡ һыуыҡ булмаҡсы
Яңы йыл төнө ныҡ һыуыҡ булмаҡсы

өгөн – ҡышҡы  нардуған. Тыуып торған көн һәм 22 декабргә ҡараған төн иң ҡыҫҡаһы була, йәғни улар тигеҙләшә.

Артабан көн оҙоная башлай. 31 декабргә ҡарата көн төндән алты минутҡа оҙонораҡ була.

Әйткәндәй, метеорологтар, Яңы йыл төнөндә ныҡ һыуыҡ булыуы көтөлә, тип иҫкәртә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 31 декабрҙә термометр бағанаһы -28 градусҡа тиклем төшә, бындай һауа температураһы ел булған осраҡта -37 градус кеүек тойола.

27-28 декабрҙә Өфөлә һауа температураһы -3, -7 градус булыуы һәм бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә, 29-30 декабрҙә -13,-17 градусҡаса һыуыта, болотло була.

Әле, Башгидрометүҙәк синоптиктары билдәләүенсә, төньяҡ Атлантика циклонына бәйле, епшек ҡар яуыуы, буран көтөлә. Юлдарға ҡар һалыуы ихтимал. Һауа температураһы +1, -4 градус.

Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы.
 
Фото: ru.depositphotos.com
Автор:
Читайте нас