

Рәсәйҙә 21 декабрь — ҡышҡы ҡояш торошо көнө. Бөгөн йылдың иң ҡыҫҡа көнө һәм иң оҙон төнө билдәләнә.
23 декабрҙән һуң көндөң оҙонлоғо арта башлай, 31 декабргә көн 6 минутҡа оҙая. Ә яҙға табан ҡояш ике-өс сәғәткә оҙағыраҡ ҡарай башлай.
«Кешеләр башлыса көн оҙонлоғо үҙгәреүен шунда уҡ һиҙә, кәйеф тә күтәрелә. Ҡояш кешегә ыңғай йоғонто яһай», — тине Өфө планетарийы белгесе Тамара Денисова.
Сығанаҡ: Башинформ.