Яңылыҡтар
16 Декабрь 2021, 09:38

Синоптиктар иҫкәртә!

-

Синоптиктар иҫкәртә!Синоптиктар иҫкәртә!
Синоптиктар иҫкәртә!

Башҡортостан гидрометеоүҙәге белгестәре республика халҡын беҙгә етеп килгән төньяҡ-көнбайыш циклондары тураһында иҫкәртә.

“Ошо көндәрҙә яуым-төшөм артасаҡ. Республикала ҡар урыны менән ныҡ яуасаҡ. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырыуы көтөлә. Был аҙнаның икенсе аҙнаһында буласаҡ”, – ти синоптиктар.

Һауа температураһы төндә -4, -9, көндөҙ -1, -6 градус һалҡын буласаҡ.

Ял көндәрендә лә һауа торошонда әллә ни үҙгәрештәр көтөлмәй. Шулай уҡ ҡар яуасаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. 

Автоһәүәҫкәрҙәргә был көндәрҙә айырыуса иғтибарлы булырға кәрәк. 

Фото:  pixabay.com

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:
Читайте нас