Яңылыҡтар
10 Декабрь 2021, 10:46

ӨЛКӘНДӘР ӨСӨН АКЦИЯ

.

ӨЛКӘНДӘР ӨСӨН АКЦИЯӨЛКӘНДӘР ӨСӨН АКЦИЯ
ӨЛКӘНДӘР ӨСӨН АКЦИЯ

Районда, бөтә республикалағы кеүек үк, коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлы ҡала. Сирлеләр арта, вирус шаша. Әле районда коронавирустан вакцина яһатмаған кешеләр өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә. 65 йәштән өлкәндәргә үҙҡурсаланыу режимы индерелде.

Районда вакцинация пункты үҙ эшен дауам итә һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек” акцияһы сиктәрендә пунктта, 4 декабрҙән бөгөнгө көнгә тиклем йәмғеһе 118 кеше прививка яһатҡан.

«Оло йәштәгеләр вакцина эшләтә, акция араһында ай аҙағында дүрт тонометр уйнатыла. Шулай уҡ, коронавирустан вакцина эшләткән пенсионерҙарға “Өлкәндәр хаҡында хәстәрлек” акцияһы осоронда “Һаулыҡ посылкаһы”, антисептиктар һәм битлектәр таратыла. Пандемия сигенмәй һәм өлкәндәргә айырыуса ҙур хәүеф менән янай.

Прививка яһатырға яҙылыу һәм яҡындағы вакцинация пунктының адресын белеү өсөн “Беҙҙең хәстәрлек” колл-үҙәгенә эш көндәрендә иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем түбәндәге телефон аша бушлай шылтыратырға мөмкин: 8-800-201-89-03”.

Коронавирус пандемияһы осоронда өлкән йәштәгеләргә өйҙә ҡалырға, хатта кибет-дарыуханаларында йөрөмәй тороу кәңәш ителә. Ошоно күҙ уңында тотоп, “Берҙәм Рәсәй” партияһы республика халҡын социаль хеҙмәтләндереү үҙәге менән берлектә “Беҙҙең хәстәрлек” проектын башлап ебәрҙе. Уның маҡсаты яңғыҙ йәшәгән өлкән йәштәге граждандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алып килеү буйынса ярҙам күрһәтеү. Бөгөнгә ярҙам һорап мөрәжәғәттәр юҡ әлегә, – ти “Берҙәм Рәсәй”ҙең урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Тимур Рәмов.

 Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас