


Федератив Германия Республикаһында ошо арала тәғәйенләгән канцлер Олаф Шольцтың яңы хөкүмәте тулы составта раҫланды. Шулай итеп, ил тарихында беренсе тапҡыр көс блогы бары тик ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора: оборона министры вазифаһына 56 йәшлек Кристина Ламбрехт билдәләнһә, сит ил эштәре министры итеп 40 йәшлек Анналена Бербок ҡуйылды. Эске эштәр министры креслоһында – 51 йәшлек Нэнси Фэзер, иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш мәсьәләләре буйынса министрлыҡты 53 йәшлек Свенья Шульце етәкләйәсәк. Шулай уҡ мәғариф, төҙөлөш министрлыҡтары менән дә гүзәл зат идара итәсәк.
Яңы хөкүмәттә барлығы 16 министр, шуларҙың тап яртыһы – ҡатын-ҡыҙ. Германия канцлеры Олаф Шольц был вазифаға тәғәйенләнгә тиклем яңы хөкүмәтте гендерлыҡ тигеҙлек нигеҙендә төҙөйәсәге тураһында белдергәйне.