Яңылыҡтар
3 Декабрь 2021, 06:34

«Аҙна һайын бүләк» акцияһы башланды

.

«Аҙна һайын бүләк» акцияһы башланды«Аҙна һайын бүләк» акцияһы башланды
«Аҙна һайын бүләк» акцияһы башланды

2022 йылдың беренсе яртыһына матбуғатҡа яҙылыуҙың төп осоро бара. Гәзитегеҙ – тоғро дуҫығыҙ, кәңәшсегеҙ йыл аҙағына тиклем йортоғоҙға килеп торһон тиһәгеҙ, ашығығыҙ, почта бүлексәләрендә, редакцияла һеҙҙе көтәләр. Баҫмабыҙға яҙылыу тураһындағы квитанцияларығыҙҙы ебәрһәгеҙ “Аҙна һайын – бүләк” акцияһында ҡатнашып, бүләк отоу ихтималлығы бар: электр көнкүреш тауарҙары, һауыт-һабалар. Ә инде иң ҙур отош декабрь аҙағында уйнатыласаҡ.

“Аҙна һайын бүләк!” акцияһы старт алды һәм осраҡлы һайлап алыу ысулы менән тәүге бүләк хужалары билдәләнде. 1-се декабргә  ҡарата 88 квитанция уйнатылып, өс гәзит уҡыусыларыбыҙ билдәләнде.

Һөҙөмтәлә Айгөл Байғабулова (Садовый ауылы) –ауырлыҡ үлсәү, Зәйнәп Ибраһимова (Ғәлиәхмәт ауылы)-һауыт-һаба отто. Бүләктәрҙе уларҙың улдары килеп алды. Аҡъяр ауылынан Заһир Рәхмәтов термосҡа эйә булды.

-"Районка"ға йыл да яҙылабыҙ. Гәзит оҡшай. Отош уйынында тап миңә бүләк сығыуына шатмын. Беренсе тапҡыр оттом. Редакция коллективына ижади уңыштар теләйем. Беҙҙе, гәзит уҡыусыларын, йөкмәткеле мәҡәләләрегеҙ менән ҡыуандырып тороғоҙ. "Районка"ны алдырыусылар күп булһын,-тине Заһир Рәхмәтов.

Әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайбыҙ!

 

Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас